МАОУ ордена Дружбы народов гимназия №3 им. А.М. Горького » 2015 йыл менән ҡотлау
  • Slides
  • Slides
  • Slides
  • Slides
  • Slides
  • Slides

2015 йыл менән ҡотлау (2014-12-29)

Ҡәҙерле уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр!

Һеҙҙе яҡынлашып килгән 2015 йыл менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Беҙгә өмөттәр бүләк итеп, хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырған, ҙур еңеүҙәр килтергән 2014 йыл да тиҙҙән тарих биттәрендә ҡалып, күңел йылыһы, тылсым бүләк иткән Яңы – 2015 йыл киләсәк.

Ҡәҙерле уҡыусылар! Һеҙгә Яңы йылда уҡыуығыҙҙа, спорт, фән һәм ижад өлкәләрендә ҙур уңыштар, ынтылыштар, еңеүҙәр; изге хыялдарығыҙ тормошҡа ашыуын теләйбеҙ! Һәр көнөгөҙ шатлыҡ-ҡыуаныс менән үтһен.

Хөрмәтле уҡытыусылар! Яңы йыл һеҙгә тик яҡтылыҡ, эшегеҙҙә һәм шәхси тормошоғоҙҙа сағыу тәьҫораттар, ҡыуаныс алып килһен!

Беҙ оло йөрәк хистәре менән балаларын бағып үҫтергән һәм тәрбиәләгән ата-әсәләргә, мул уңыш йыйып алған, йорттар төҙөгән, юлдар һалған хеҙмәт кешеһенә; поэмалар һәм романдар ижад иткән, быуындан-быуынға аманат итеп ҡалдырған аҡылы өсөн оло шәхестәребеҙгә рәхмәтлебеҙ. Беҙ ата-бабаларыбыҙ ҡалдырған мәҙәни һәм рухи мираҫты һаҡларға, үҫтерергә, байытырға тейешбеҙ. Шунда беҙҙең көсөбөҙ!

Һеҙгә барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, именлек, оло шатлыҡтар ғына кисереп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ! Һәр көнөгөҙҙән көс-дәрт алып, ҡыуаныс-мөхәббәткә сорналып ғүмер итегеҙ. Яңы йыл менән! Аҡ бәхеттәр һеҙгә!

Иң яҡшы теләктәр менән

гимназия директоры Юлия Федоровна Вяткина,

милли мәғариф буйынса директор урынбаҫары

Гөлназ Мөхәмәт ҡыҙы Садыҡова.


Обсуждение закрыто.


Решаем вместе
Есть предложения по организации учебного процесса или знаете, как сделать школу лучше?